Добавить
Уведомления

Республика юлдарында ваҡытлыса сикләүҙәр

Бөгөн Башҡортостанда һауа торошо боҙолдо. Әлеге ваҡытта күп кенә ҡала-райондарҙа, шул иҫәптән Өфөлә көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, юлдарға ҡар һырынтылары ятыуы күҙәтелә. Юлдарҙа күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем һәм унан да кәмерәк. Ҡотҡарыусылар водителдәргә алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, тиҙлекте арттырмаҫҡа, дистанцияны һаҡларға кәңәш итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ һәм Хәйбула райондарында төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелде. Сикләүҙәр яҡынса киске сәғәт 9-ға тиклем ғәмәлдә ҡалыр тип күҙаллана. Һауа шарттарының боҙолоуына бәйле һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында шулай уҡ Өфө- Ырымбур автомобиль юлының айырым участкаһында ла транспорт хәрәкәте туҡтатылды.

Иконка канала МЧС Башкортостан
104 подписчика
12+
9 просмотров
16 дней назад

, чтобы оставлять комментарии