Яҙғы ташҡынға әҙерлек бара
Башҡортостанда ташҡын башланыу ваҡыты иғлан ителде. Белгестәр, күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙән сығып, быйыл ҙур һыуҙың 7 апрелдән алып 18-нә тиклемге осорҙа килерен фаразлай. Башҡортостан биләмәһендә ташҡын хәүефе көслө булған 200-ҙән ашыу йылға бар. Ишембай районында ла Ағиҙел һәм Егән йылғалары ярҙарынан ташып сығып, тирә-яҡ ауылдарҙы баҫып алыуы ихтимал. Әле районда ташҡынға ҡаршы әҙерлек эштәре йылдам бара. Техника төҙөклөгө тикшерелә, эшсе көстәр барлана, халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыла. Видеоматериал Ишимбайского телевидения