Добавить
Уведомления

Глобальное потепление объясняется в легкой графикой

Глобаль йылыныу — уртаса йыллыҡ Ер атмосфераһы температураһының даими үҫә барыуы. БМО климат үҙгәреүен тикшереүсе белгестәр мәғлүмәтенсә, XVIII быуат уртаһынан Ерҙә уртаса температура 0,7 °C-ҡа күтәрелгән. Йылыныуҙың шаҡтай өлөшө һуңғы 50 йылға тура килә, һәм был йылыныу кеше эшмәкәрлеге менән бәйле. Климат үҙгәреүен тикшерүсе белгестәр билдәләгәнсә, XXII быуатта Ер температураһы 1,8 до 3,4 °С-ҡа тиклем күтәрелергә мөмкин. Ҡайһы бер урындарҙа һауа температураһы түбәнәйеүе мөмкин. 2010 йылда һауа шарттарының ҡырҡа боҙолоуы — Ер шарында климат үҙгәреүҙең туранан-тура эҙемтәһе, ул туранан-тура кеше эшмәкәрлегенә бәйле. 1880 йылдан һуң тәү тапҡыр 2010 йылдың ғинуар — апрелдә һауа температураһы Ер шарында иң юғарыһы ине. Ҡыш Цельсий буйынса — 1,89, яҙ 1,37С градусҡа йылыраҡ теркәлгән. 2010 йылдың нюнь — июлендә Көнсығыш Европаны бығаса күрелмәгән эҫелек солғап, урыны менән һауа 40С градусҡаса йылынды. Май айында ғәҙәти булмаған эҫелек Рәсәйҙең көнсығыш һәм үҙәк райондарына ла үтеп инде. Көньяҡ Америкала иһә был яҡтар өсөн бөтөнләй ят һалҡын һауа хөкөм һөрҙө. Көслө ел ҡар алып килде, һепертмә буран сыҡты. Июлдә Аргентинала һәм Чилиҙа ысын һалҡындар урынлашып, температура — 18—22 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Көньяҡ Африкала ла күпләп ҡар яуып, урыны менән уның ҡалынлығы 25 сантиметрға етте. Ғәҙәттә, көҙ күҙәтелә торған муссон ямғырҙары Һиндостан, Пакистан һәм Бангладешта көслө һыу баҫыуға килтерҙе. 500-ҙән ашыу кеше һәләк булды, 10 миллионы тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр булды. Бик күп сәсеүлек зыян күрҙе, мал-тыуар, башҡа мөлкәтте һыу йыуып алып китте. Көньяҡ Ҡытайҙа һыу баҫыуҙан 120 кеше ҡорбан булды, 13 миллионы төрлө ҡаза күрҙе. Хатта Ғәрәп диңгеҙендә бер ҡасан да булмаған тропик циклон күҙәтелде. Англия менән Уэльста көслө ямғырҙар яуҙы, Кипрҙа эҫелек 45 градусҡа етеп, үҙенсәлекле рекорд ҡуйылды. Кувейтта дүрт көн рәттән 50 градустан юғары эҫелек күҙәтелде. Франция ла быйыл тәбиғәт аномалияһын йышыраҡ күҙәтте.

12+
17 просмотров
2 года назад

, чтобы оставлять комментарии