Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Кубогы старт алды
Башҡортостан янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Кубогы менән Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте Кубогына күләмле ярыштарҙы ҡабул итә. Спорт сараһы «Штурм баҫҡысы» дисциплинаһынан башланды. Өфөлә янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса ярыштар 6 мартҡа тиклем дауам итә. Иртәгә «икебәйге» һәм «ҡаршылыҡтар һыҙаты» дисциплиналары буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң көслөләр билдәләнә. Ярышта ҡатнашыусылар араһында янғын һүндереүселәр ҙә, ҡотҡарыусылар ҙа, юғары уҡыу йорттары курсанттары ла бар. Улар уҡыуҙа ла, эштә лә, спортта ла һынатмай. Турнир һөҙөмтәләре дөйөм команда зачеты буйынса билдәләнә, иң етеҙҙәр Кубок аласаҡ.