"AY YOLA" билдәле булып китерен мин белә инем!"
"Аҡбуҙат" журналының 35 йыллығына арналған әңгәмәләр серияһына бар донъяға киң танылыу тапҡан "Әй-йола" төркөмө солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙановты саҡырғайныҡ. Ул үҙенең бала сағы, һөнәр һайлауға булышлыҡ иткән яҡын кешеләре һәм, әлбиттә, ижади юлы хаҡында һөйләп үтте. Бәләкәй сағынан таба-тәрилкәләрҙе музыка ҡоралы итеп уйнаған Ринат Рамаҙановтың "Әй-йола" төркөмө менән киң билдәлелек яулауы осраҡлы түгел кеүек: күп кенә факторҙар тап ошо төркөмдөң барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткәндәй. Видеоны ҡарағас, һеҙҙә лә шундай уй тыуыр, бәлки?